-5 °С
Болотло
Башгидрометүҙәк хәбәр итеүенсә, бөгөн Башҡортостанда күпләп ҡар яуыуы, буран сығыуы һәм елдең тиҙлеге секундына 18 метрға етеүе көтөлә, уға әүҙем фронталь бүлек сәбәпсе буласаҡ. Ял көндәрендә лә төбәк шулай уҡ һауа торошоноң йоғонтоһонда ҡаласаҡ. Метеорологтар мәғлүмәте буйынса, республикала ҡар һырынтылары, боҙлауыҡ көтөлә. Һауа температураһы төндә - 8-13, аяҙытҡанда 15-20, көндөҙ 3-8 градус һалҡын, урыны менән 13 градусҡа тиклем һалҡын.
Фото: Т. Аманов