Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
11 Февраль 2022, 22:40

Экстерриториаль принцип буйынса икенсе төбәктә урынлашҡан күсемһеҙ милек объектын теркәргә мөмкин

2021 йылда Башҡортостан Республикаһының күп функциялы үҙәк офистарына Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә күсемһеҙ милекте рәсмиләштереү буйынса  4020 ғариза бирелгән.

Экстерриториаль принцип буйынса икенсе төбәктә урынлашҡан күсемһеҙ милек объектын теркәргә мөмкин
Экстерриториаль принцип буйынса икенсе төбәктә урынлашҡан күсемһеҙ милек объектын теркәргә мөмкин

Хәтерегеҙгә төшөрөп үтәбеҙ, ошо йылдың февраль айынан Башҡортостандың күп функциялы үҙәктәре Росреестр хеҙмәттәре буйынса документтарҙы экстерриториаль принцип буйынса ҡабул итә башланы. Унан алда Башҡортостан Республикаһының Кадастр палатаһы филиалының бер офисына ғариза биреп, экстерриториаль принцип буйынса икенсе төбәктә урынлашҡан күсемһеҙ милек объектын теркәргә йәки кадастр иҫәбенә ҡуйырға мөмкин ине.

- Күп функциялы үҙәккә мөрәжәғәт иткән ғариза биреүселәргә иң ҙур һорау менән Татарстан Республикаһында (уларҙың өлөшөнә 1000-дән ашыу ғариза тура килә), Краснодар крайында (444 ғариза), Ырымбур, Силәбе, Һамар өлкәләрендә, Мәскәү һәм Санкт-Петербург ҡалаларында, Ханты-Манси автономиялы округында урынлашҡан күсемһеҙ милек объекттары файҙалана, –  тип аңлатма бирҙе Башҡортостан Республикаһы күп функциялы үҙәге директоры Наталья Куприянова.

Ул шулай уҡ илдең икенсе төбәгендә урынлашҡан күсемһеҙ милек менән килешеүҙәрҙе Башҡортостан Республикаһы күп функциялы үҙәктәренең бөтә офистарында ла рәсмиләштерергә мөмкин булыуын билдәләне.

Күп функциялы үҙәк белгестәре ғариза биреүсе шәхси мөрәжәғәт иткәндә документтарҙы ҡағыҙға яҙып ҡабул итә, уларҙы электрон төргә күсерә һәм объект урынлашҡан урын буйынса Росреестрға ебәрә. Әҙер документтар күп функциялы үҙәктең документтар тапшырылған офисына килә.

Экстерриториаль принцип буйынса теркәү-иҫәпләү эштәре ғәҙәти документтар тапшырыу алымы менән бер үк ваҡытта үткәрелә, кадастр иҫәбе өсөн –  7 эш көнө, милек хоҡуғын теркәү өсөн – 9 эш көнө, ә бер үк ваҡытта кадастр иҫәбе һәм хоҡуҡтарҙы теркәү процедураһы өсөн 12 эш көнө тәшкил итә.

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.



Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: