Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
11 Февраль 2022, 08:37

Бер бала ҡоҙоҡҡа ҡолап төшкән

Был хәл Өфө районы Шамонин ауылында була.

Бер бала ҡоҙоҡҡа ҡолап төшкән
Бер бала ҡоҙоҡҡа ҡолап төшкән

112 системаһы буйынса саҡырыуҙарҙы эшкәртеү үҙәгенә быға битараф булмаған ҡатын ярҙам һорап мөрәжәғәт итә.

Башҡортостан Республикаһы Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ул II синыф  уҡыусыһы булған, ҡоҙоҡтоң тәрәнлеге – 1,5 метр. Уны дуҫтары ҡотҡарыусылар килгәнсе сығарған.

– Малай өйөнә үҙ аллы йүгереп ҡайтып киткән, унан уны тикшереү өсөн дауаханаға алып киткәндәр, – тип тә хәбәр итәләр ведомствонан.

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: