"Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси башланғыстарға булышлыҡ итеү" милли проекты буйынса уҙғарылған сираттағы "Эшҡыуарлыҡ сәғәте"ндә Белорет ҡалаһында яңы ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативы төҙөү тураһында проект ҡаралған. Осрашыуҙы район хакимиәте башлығы Андрей Иванюта уҙғарған.
Инвестиция проектын тәҡдим итеүсе эшҡыуар ҡалала һөт эшкәртеү буйынса предприятие асырға ниәтләй. Бында сыр, май, эремсек етештерәсәктәр һәм ете яңы эш урыны булдырыласаҡ.
Проект авторы грант алыуға булышлыҡ итеүҙе һорай. Иванюта был эш менән ҡыҙыҡһынып, һәр төрлө ярҙам күрһәтергә ҡушҡан.
Фото: Белорет районы хакимиәте сайты.