Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
11 Февраль 2022, 23:09

Башҡортостан дүртенсе урынды биләй

2021 йыл йомғаҡтары буйынса Башҡортостан күсемһеҙ милек менән килешеүҙәр һаны буйынса тәүге биш төбәк иҫәбенә инде.

Башҡортостан дүртенсе урынды биләй
Башҡортостан дүртенсе урынды биләй

Башҡортостан күсемһеҙ милеккә хоҡуҡтарҙы теркәү, хоҡуҡтарҙы сикләү, объекттар һәм килешеүҙәр һаны буйынса Мәскәү өлкәһенән, Краснодар крайынан, Мәскәү ҡалаһынан ҡала дүртенсе урынды биләй. Был турала ведомство коллегияһы ултырышында Башҡортостан буйынса Росреестрҙың идаралығы етәксеһе Петр Клец белдерҙе. Уның  һүҙҙәренсә, Башҡортостанда күсемһеҙ милек өлкәһендә дәүләт хеҙмәттәре алыуҙың электрон ысулы популярлыҡ яулаған.

– Рәсәй Федерацияһы төбәктәре араһында Башҡортостан электрон төрҙә хоҡуҡты теркәүгә ғаризалар һаны буйынса 8-се урынды биләй (2020 йыл йомғаҡтары буйынса –  9-сы урын). Әлеге йылда республикала ошондай электрон ғаризалар һаны, 2020 йыл менән сағыштырғанда, 55 процентҡа артҡан, уларға тапшырылған ғаризаларҙың дөйөм күләмендә 42 процент тура килә. Дәүләт кадастр иҫәбенә электрон ғаризалар һаны буйынса Башҡортостан Республикаһы бөтә төбәктәр араһында беренсе урынды биләй,  – тип һөйләне Петр Клец.

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.



 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: