Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
11 Февраль 2022, 17:30

Башҡортостан буйынса “Россельхознадзор” яуаплылыҡҡа тарттырылды

 Ведомство хеҙмәткәрҙәре республикала хәүефле сир таралыуына юл ҡуйған.

Башҡортостан буйынса “Россельхознадзор” яуаплылыҡҡа тарттырылды
Башҡортостан буйынса “Россельхознадзор” яуаплылыҡҡа тарттырылды

 

Республикала ҡош киҙеүе башланғандан һуң Россельхознадзорҙың Башҡортостан буйынса идаралығы хеҙмәткәрҙәрен яуаплылыҡҡа тарттырҙылар. Был хаҡта бөгөн республика прокуратураһының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр иттеләр.

Тикшереү барышында прокуратура ведомство тарафынан ауыл хужалығы предприятиеларының, Башҡортостандың ветеринария идаралығының һәм ветеринария станцияларының эшен тейешле контролдә тотмау осраҡтарын асыҡланы.

 Был уҙған йылдың октябрь-ноябрь айҙарында ҡош киҙеүе һәм эре мөгөҙлө малда зарарлы төйөнлө дерматиты таралыуына, шулай уҡ Благовар, Туймазы, Баймаҡ райондарында һәм Сибай ҡалаһында ғәҙәттән тыш хәл режимдарын индереүгә булышлыҡ итте, тип хәбәр ителә.

Билдәләнеүенсә, идаралыҡ хеҙмәткәрҙәре ветеринария документтарын рәсмиләштереүгә йәлеп ителгән вәкәләтле кешеләргә, шулай уҡ малдан алынған аҙыҡ-түлек сеймалына ветеринария-санитария экспертизаһы үткәреү өсөн яуаплыларға ҡарата административ йоғонто яһамаған.

 

–          Ведомствоның 2022 йылға тикшереүҙәр үткәреү планына 140-тан ашыу контроль (күҙәтеү) сараһын нигеҙһеҙ индереү факттарын асыҡланы. Идаралыҡ «Контроль (күҙәтеү) сараларының берҙәм реестры» федераль дәүләт мәғлүмәт системаһында үткәрелгән пландан тыш тикшереү саралары тураһында тулы мәғлүмәт бирмәне, - тиелә.

 

Тикшереү йомғаҡтары буйынса Башҡортостан прокуратураһы хеҙмәткәрҙәре республиканың “Россельхознадзор”  идаралығы башлығы исеменә күрһәтмә индерә. Документта ведомствоның артабан тәртип боҙоуҙарҙы бөтөрөү һәм уларға юл ҡуймау өсөн саралар күреүен, дүрт вазифалы кешене дисциплинар яуаплылыҡҡа тарттырырға кәрәклеге хаҡында хәбәр ителә.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: