Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
11 Февраль 2022, 11:25

Бөгөн – «Мәскәү күҙ йәштәренә ышанмай» фильмының донъя прокатына сыҡҡан көнө

Был кинотаҫма “Оскар” премияһы эйәһе лә. Ҡараманыҡ, тимәгеҙ.

Бөгөн – «Мәскәү күҙ йәштәренә ышанмай» фильмының донъя прокатына сыҡҡан көнө
Бөгөн – «Мәскәү күҙ йәштәренә ышанмай» фильмының донъя прокатына сыҡҡан көнө

Москва слезам не верит” фильмының режиссеры – Владимир Меньшов. СССР-ҙа киноның премьераһы 1979 йылдың аҙағында Мәскәүҙең “Звездный” кинотеатрында була. 1980 йылда уны 90 миллион самаһы кеше ҡарай. Ошо йылдың 11 февралендә ул донъя прокатына сыға. Ә 1981 йылда иһә “Сит телдәге иң яҡшы фильм” номинацияһында “Оскар” кинопремияһы һәм СССР Дәүләт премияһы менән бүләкләнә.

Фильмдың бюджеты 550 мең һум була. Нимәһе ҡыҙыҡ: 1985 йылда АҠШ Президенты Рональд Рейган беҙҙең ил башлығы Михаил Горбачев менән тәүге осрашыуы алдынан, “серле урыҫ күңелен” аңлау маҡсатында киноны һигеҙ тапҡыр ҡараған, имеш.

Ә киноны халыҡ, ысынлап та, бик яратып ҡараған. Беҙҙең фильмдарға “Оскар” бик эләгә һалып бармай ул.

Фото: vk.com

Бөгөн – «Мәскәү күҙ йәштәренә ышанмай» фильмының донъя прокатына сыҡҡан көнө
Бөгөн – «Мәскәү күҙ йәштәренә ышанмай» фильмының донъя прокатына сыҡҡан көнө
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: