Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
11 Февраль 2022, 12:21

Арыҫланды һуңғы тапҡыр Сорғотта күргәндәр...

Сит тарафтарҙа тағы бер яҡташыбыҙ хәбәрһеҙ юғалған.

Арыҫланды һуңғы тапҡыр Сорғотта күргәндәр...
Арыҫланды һуңғы тапҡыр Сорғотта күргәндәр...

29 ноябрҙә Сорғот ҡалаһында эшләп йөрөгән Башҡортостан егете Арыҫлан Талипов юғалған. Яҡындары уны эҙләп табыуҙа ярҙам һорай. Юғалыр көндө Арыҫлан дуҫы менән һүҙгә килешкән һәм сәйер СМС-хат ҡалдырған булған. 

 – Арыҫлан Башҡортостанда туғандарында йәшәй ине. Июль айында ул дуҫы менән Сорғот ҡалаһына эшкә юлланды. 29 ноябрҙә ҡустым иптәше менән ирешкән һәм ҡайҙалыр сығып киткән. Ниндәйҙер СМС-хат та яҙған, әммә иптәше уның тураһында беҙгә бер ни ҙә һөйләмәй. Бөтә Сорғотто эҙләп сыҡтыҡ, Арыҫландың хеҙмәттәштәренән һораштыҡ, әммә юҡ, табылмай. Ҡәҙерлебеҙ өсөн бик борсолабыҙ. Мин әле ошо арҡала дауаханала ятып сыҡтым, ни уйларға ла белмәйем, – тип хафалана егеттең апаһы Юлиә.

Яҡындары, Арыҫланды бушлай эшләтеү өсөн урлағандарҙыр, тип фаразлай. Улар әйтеүенсә, Сорғотта бындай хәлдәр йыш ҡабатлана.

Арыҫландың билдәләре: буйы 175 сантиметр, уртаса кәүҙәле, ҡуңыр сәсле, күҙҙәре һоро. Бармаҡтарында 198 һаны төшөрөлгән татуировка бар, 9 һаны йондоҙ формаһында. 

Егеттең ниндәй кейемдә булыуы билдәһеҙ.

Әгәр Арыҫланды күреүселәр булһа, 8(800)700-54-52 һандары буйынса ирекмәндәргә йә 8(902)2681989 һандары буйынса Юлиәгә шылтыратып хәбәр итеүегеҙ һорала.

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: