Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
10 Февраль 2022, 12:00

Юридик консультация бушлай

1 февралдән Башҡортостанда «Яугир» Бөтә Рәсәй хәрби инвалидтар ойошмаһының төбәк бүлексәһе айырым категория граждандары өсөн юридик консультациялар үткәрә.

Юридик консультация бушлай
Юридик консультация бушлай

 

 Унда һуғыш хәрәкәттәре һәм хәрби йәрәхәт алыу һөҙөмтәһендә инвалид булып ҡалыусылар, хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатншыусы инвалидтар, һәләк булған хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең ғаилә ағзалары, хәрби хеҙмәт ветерандары һәм уларҙың ғаилә ағзалары, һуғыш хәрәкәттәре ветерандары, етем һәм ата- әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балалар бушлай юридик ярҙам алырға мөмкин. Хеҙмәт күрһәтеү «Хоҡуҡи фронт» юридик ярҙам күрһәтеү үҙәге юристары тарафынан Президент гранттары фонды ярҙамы  менән тормошҡа ашырыла.

Консультацияларға Өфө ҡалаһы, Революция урамы, 82-се йортҡа һәр шаршамбыла көндөҙгө сәғәт иртәнге 10-дан көндөҙгө сәғәт 4-кә тиклем килергә мөмкин. Алдан 8 937 363 05 05 телефоны буйынса яҙылырға кәрәк.

 

 

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас: