Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
10 Февраль 2022, 11:25

Юбилейығыҙ менән ҡотлайбыҙ!

Бөгөн журналистика ветераны, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре,  Ҡырмыҫҡалы районының Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев, Күгәрсен районының Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премиялар лауреаты, Ҡырмыҫҡалы районының почётлы гражданы Фәнил Шәмсетдин улы Ҡоҙаҡаев 70 йәшлек юбилейын билдәләй.

Юбилейығыҙ менән ҡотлайбыҙ!
Юбилейығыҙ менән ҡотлайбыҙ!

Бар ғүмерен Башҡортостан журналистикаһына арнаған күренекле шәхес Ҡырмыҫҡалы районы Малай ауылында тыуып үҫә. Өфөләге 1-се республика мәктәп-интернатын тамамлай. Башҡорт дәүләт университетында юғары белем ала.

Фәнил Шәмсетдин улы Башҡорт АССР-ның Радио һәм телетапшырыуҙар буйынса дәүләт комитетының Башҡортостан радиоһында тәржемәсе булып эш башлай, мөхәррир, өлкән мөхәррир һәм радионың баш мөхәррире, шунан Башҡортостан телевидение студияһында баш мөхәррир һәм уның етәксеһе – Радиотелекомпанияның генераль директоры урынбаҫары була. Радио һәм телевидениеның төрлө яҡлап үҫешендә, яңы алымдар үҙләштереүҙә өлөшө ҙур.

Төрлө йылдарҙа Фәнил Ҡоҙаҡаев БР матбуғат һәм киң мәғлүмәт министры урынбаҫары була, БР Хөкүмәте ҡарамағындағы Матбуғат, нәшриәт һәм полиграфия эштәре буйынса идаралыҡ начальнигы вазифаһына тиклем күтәрелде. Уның тырышлығы менән республиканың бик күп район һәм ҡалаларында башҡорт телендә гәзиттәр сыға башланы.

Фәнил Ҡоҙаҡаев «Тамаша» журналында ла баш мөхәррир вазифаһын башҡара, 2013 – 2019 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Журналистар союзының яуаплы сәркәтибе була. Әлеге көндә – Дәүләт статистикаһы Федераль хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса территориаль органының мәғлүмәт-аңлатыу эше төркөмө етәксеһе.

Фәнил Шәмсетдин улын 70 йәшлек юбилейы менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ, ҡоростай ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, уңыштар теләйбеҙ.

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: