-1 °С
Ҡар
Ишембайҙа йәшәүсе ҡатын фатирын сүп-сар менән тултырған. Уға күршеләре бер нисә тапҡыр зарланған һәм сүбен сығарыуҙы һораған. Идара итеүсе компания, был хәлгә түҙмәйенсә, судҡа биргән. Суд фатирҙы таҙартырға, тигән ҡарар сығарған. Был эш менән приставтар шөғөлләнгән. Бина төрлө көнкүреш сүп-сарынан бушатылған, елләтелгән.
Фото: Т. Аманов