Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
10 Февраль 2022, 10:34

«Ҡурайсы» Өфө тамашасыһын әсир итергә йыйына!

Роберт Юлдашев – һис арттырыуһыҙ, башҡорт ҡурайын бар донъяға танытҡан музыкант!

«Ҡурайсы» Өфө тамашасыһын әсир итергә йыйына!
«Ҡурайсы» Өфө тамашасыһын әсир итергә йыйына!

Роберт Юлдашев – һис арттырыуһыҙ, башҡорт ҡурайын бар донъяға танытҡан музыкант! Ул – Йомабай Иҫәнбаев, Ишмулла Дилмөхәмәтовтарҙың дауамсыһы ла!

БР-ҙың халыҡ артисы Роберт Юлдашевҡа килгәндә, ул ҡурай моңдары менән күрше Азия илдәрен таң ҡалдырған, уға Япония, Англия, Испания, Голландия, Бельгия, Германия, Италия – ҡыҫҡаһы, бар Европа аяғүрә баҫып алҡышлаған. Музыканттың репертуары үтә бай, ул Владимир Спиваковтың оркестры менән берлектә танылған артистар Гарик Сукачев, Пелагея, Юрий Шевчук, Вячеслав Бутусов һәм «Deep Forest» төркөмө менән бер сәхнәлә сығыш яһаған.

Роберт Юлдашев 2006 йылда «Ҡурайсы» төркөмөнә нигеҙ һала. Музыканттарҙың концерттарында башлыса ҡурай, дөңгөр, думбыра, ҡумыҙ моңдары яңғырай. Боронғо башҡорт музыка ҡоралдарына барабан, джамбо, гитара, шейкерҙар килеп ҡушыла. Төркөм ҡыҫҡа ваҡытта республикала танылыу яулай, үҙ тыңлаусыһын таба. Ул «Russian world music awards» конкурсында 150 коллектив араһында номинацияға лайыҡ булһа, «Terem-crossover» халыҡ-ара музыка турнирында 70 коллектив араһында беренсе урын яулай.

Бөгөн «Ҡурайсы» үҙ моңдары менән йәнә Өфө тамашасыһын әсир итергә йыйына – Роберт Юлдашев үҙенең төркөмө менән берлектә ҙур концерт әҙерләй. Ул 15 февралдә киске сәғәт етелә «Башҡортостан» дәүләт концерт залында үтәсәк! Бәйләнеш өсөн телефон һандары: +7 960 393 66 59 (Регина Рәиф ҡыҙы).

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: