-5 °С
Болотло
Республикабыҙҙың һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре профсоюзы БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығына ашығыс ярҙам хеҙмәте табиптарына өҫтәмә түләү булдырырға тәҡдим итте. Түләүҙе төнгө ваҡытта тулы булмаған бригадала эшләгән аҡ халатлыларға һәм водителдәргә тәғәйенләү тәҡдим ителә.
«Кадрҙар мәсьәләһен тиҙ ваҡытта хәл итеп булмағанлығын яҡшы аңлайбыҙ. Әммә республиканың ашығыс хеҙмәт табиптарына ярҙам бер иш булырға тейеш. Беҙҙең уйыбыҙса, табиптарға төнгө смена өсөн 100 процент күләмендә өҫтәмә аҡса түләргә кәрәк», - тип белдерә Профсоюз рәйесе Рауил Хәлфин һүҙҙәренсә.