Өфөлә «Азимут» ҡунаҡханаһында янғын сыҡты, тип хәбәр итә РФ Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостандағы идаралығы.
Ведомствола һөйләүҙәренсә, бөгөн төндә, 10 февралдә, бинанан 100-ҙән ашыу кеше эвакуацияланған. Ут сығыуы хаҡында хәбәр төнгө сәғәт берҙән һуң килгән. Янғын һүндереүселәр Октябрь проспекты, 81 адресы буйынса урынлашҡан ҡунаҡханаға юлланған.
Асыҡланыуынса, янғын бинаның подвалында сыҡҡан.
– Сығанаҡ 10 минутта бөтөрөлдө, тағы ла 5 минуттан янғын һүндерелде. Һәләк булыусылар һәм йәрәхәтләнеүселәр юҡ. Бинанан 104 кеше эвакуацияланған, балалар юҡ, –тип хәбәр итте РФ Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостандағы идаралығының матбуғат хеҙмәтендә.
Фото: Т. Аманов