Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
10 Февраль 2022, 20:58

Тәүлек эсендә муттар 17 кешене алдаған

Бәләбәй районында йәшәгән 31 йәшлек ҡатын юристарҙан ярҙам һорап, юридик компанияның интернет-сайтында заявка ҡалдырған. Бер аҙҙан уға ялған "юрист" шылтыратып, ҡатындың башын әйләндереп-әйләндереп, 715 мең һум аҡсаһын һығып алған... 

Тәүлек эсендә муттар 17 кешене алдаған
Тәүлек эсендә муттар 17 кешене алдаған

Илеш районында йәшәгән 30 йәшлек иргә билдәһеҙ кеше шылтыратып, осһоҙлата төҙөлөш материалдары тәҡдим иткән. Ир материалдарҙың осһоҙлоғона ҡыҙығып, уға 54 мең һум аҡса күсергән. Ләкин аҡса күсеү менән "һатыусы" юғалған. Икенсе исем аҫтында икенсе берәй тауар "һаталыр" инде...

Көн һайын ололар муттарҙың "яҡынығыҙ юл-транспорт ваҡиғаһына тарыны" тигән алдағына ышанып, аҡсаһынан яҙа. Кисә Өфөлә 83 йәшлек әбейҙе, улығыҙ кеше тапаны, тип ҡурҡытып, унан бер миллион һум аҡса талап иткәндәр. Улын ҡотҡарырға ашыҡҡан әбей бөтә булған аҡсаһын - 100 мең һумды биреп ебәргән...

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

 

 

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: