Башстат мәғлүмәттәре буйынса, 28 ғинуарҙан 4 февралгә тиклем республикала ҡыярға (7,2 процентҡа), йомшаҡ шоколад кәнфитттәргә (5,4) һәм кәбеҫтәгә (3,8) хаҡтар һиҙелерлек күтәрелгән. Әлеге мәлдә уларҙың хаҡы 182,40 һумға, 327,04 һумға һәм 58,28 һумға тиң. Шулай уҡ Башҡортостанда ҡаймаҡҡа һәм һөткә хаҡтар 1,8-2,5 процентҡа артҡан. Шул уҡ ваҡытта ҡайһы бер тауарҙарға хаҡ төшкән. Мәҫәлән, сөгөлдөрҙөң хаҡы 3,9 процентҡа түбәнәйҙе, хәҙер уны 41,70 һумға һатып алырға мөмкин. Помидор 3,2 процентҡа арзанайған һәм 158,89 һум тора. Сарделька-сосискаларҙың хаҡы 3,1 процентҡа кәмене, хәҙер улар 367,38 һумға һатыла.
Фото: Т. Аманов