Үҙәктең мәғлүмәт системалары көн һайын йөҙәрләгән мөрәжәғәттәр тота. Уларҙың береһе лә яуапһыҙ ҡалмай. Беҙҙән йыш ҡына, борсоған мәсьәлә тураһында ҡайҙа һәм нисек яҙырға мөмкин, тип һорайҙар.
Бының өсөн Башҡортостан Башлығы @Радий Хәбиров аккаунтына, шулай уҡ республиканың премьер-министры, министрҙар һәм республика ведомстволары етәкселәре, ҡала һәм район хакимиәте башлыҡтары, министрлыҡтар, хакимиәттәр һәм ЦУР сәхифәләрендә комментарий яҙырға кәрәк. Дәүләт хеҙмәттәре - Госуслуги сайтында шәхси кабинетығыҙ булһа, ундағы «Госуслуги. Решаем вместе» ҡушымтаһы аша ла мөрәжәғәт ебәрергә мөмкин. Борсоған мәсьәлә ниндәй ҡалала йәки ауылда барыуы хаҡында, уның адресын яҙырға онотмағыҙ.
Яуап мөрәжәғәт яҙған социаль селтәрҙә буласаҡ. Тик социаль селтәрҙәр ҡағиҙәләрен боҙмаҫҡа һәм спам ҡулланмаҫҡа кәрәк.
Мәҫәлән, 2022 йылдың 1 февралендә беҙгә Нефтекама ҡалаһының Карл Маркс һәм Комсомол урамдары киҫелешендә люк асыҡ, тип хәбәр иттеләр. Бындай осраҡта беҙ тиҙ арала хакимиәт менән бәйләнешкә инәбеҙ. Был юлы ла ҡала хеҙмәте бер сәғәт эсендә люкты япты һәм яҙған кешегә яуап бирҙе.
Халыҡ мөрәжәғәттәре менән эшләү системаһы кешеләрҙең теләктәре менән туранан-тура бәйле. Һәм был бәйләнеш ике яҡлы.
Беҙ был хәлгә ҡыуанабыҙ һәм урында эшләгән һәр кешегә рәхмәт әйтәбеҙ.