Яңы йәмәғәт транспорты Черниковканан аэропортҡа тиклем йөрөйәсәк. Маршрут яңы - ул Октябрь проспекты, "Йәшел сауҡалыҡ" һәм Салауат Юлаев проспоекты аша үтәсәк.
Автобустар газда йөрөй, иҙәндәре тәпәш. Уларҙы республика властары һорауы буйынса эшҡыуарҙар алған.
Пассажир автобустарының уртаса ҡулланылыш ваҡыты буйынса Башҡортостан ПриВО буйынса алдынғы позицияға сыҡҡа. Беҙҙә улар 3-4 йыл тәшкил итә, яңыраҡ ҡына был күрһәткес 10 һәм унан да күберәк йыл ине.
Әйткәндәй, йыл аҙағына тиклем "Башавтотранс"ҡа 77 ҙур автобус ҡайтарыласаҡ, эшҡыуарҙар ҙа парктарын тулыландырасаҡ.
Республикала транспорт реформаһының сираттағы мөһим этабы башланды. Уға ташыу графигын,хәрәкәт интервалдарын үтәү, аҡсаһыҙ иҫәпте индереү, пассажирҙарҙы заманса хеҙмәтләндереү инә.