Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
10 Февраль 2022, 12:40

“КАМАЗ-6282” электробусы Өфө урамдарын гиҙә

Әлегә ул ике ай ғына йөрөйәсәк.

“КАМАЗ-6282” электробусы Өфө урамдарын гиҙә
“КАМАЗ-6282” электробусы Өфө урамдарын гиҙә

Электробус һынау рәүешендә йөрөй. Уны беҙгә “КАМАЗ” йәмғиәте һәм ”Өфө ҡалаһының транспорт инфраструктураһы менән идара итеү” учреждениеһы араһында төҙөлгән килешеү буйынса алып килгәндәр. Махсус белгестәр ҙә һынау осоронда беҙҙә эшләй.

Электробустың салоны бик уңайлы, тауышһыҙ ғына йөрөй, сымдарға бәйле түгел, тип ыңғай яҡтарын һанап үткәндәр. Транспортты махсус рәүештә һалҡын миҙгелдә килтергәндәр. Ниәт – аккумулятор батареяларының һыуыҡта эшләү мөмкинлеген тикшереү.

Әле электробус «Дан бульварыТелеүҙәк» маршруты буйынса йөрөй. Был - 27 км юл. “Колхоз баҙары” туҡталышына тиклем оҙонайтыу ҙа күҙаллана. Ултырып ҡарағыҙ. Юл хаҡы ҡулаҡса һәм банк картаһы менән – 22, “Алғаменән – 18, уҡыусы картаһы менән 10 һум.

Фото: vk.com/ufa

“КАМАЗ-6282” электробусы Өфө урамдарын гиҙә
“КАМАЗ-6282” электробусы Өфө урамдарын гиҙә
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: