Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
10 Февраль 2022, 09:20

Көн торошо

Башгидрометүҙәк синоптиктары 10 һәм 11 февралгә һауа торошон хәбәр итте. Метеорологтар төбәктә ҡар яуыуы, көрт һалыуы, шулай уҡ боҙлауыҡ булыуы хаҡында иҫкәртте.

Көн торошо
Көн торошо

Бөгөн бер аҙ ҡар яуыуы, айырым райондарҙа буран сығыуы, юлдарҙа боҙлауыҡ, урыны менән ҡар һырынтылары вәғәҙәләне. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнсығыштан талғын, көндөҙ урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы көндөҙ – 5–10 градус һалҡын.

 11 февралдә төндә ҡар яуасаҡ, айырым райондарҙа буран сығасаҡ, көндөҙ бер аҙ ҡар яуасаҡ. Юлдарҙа ҡар һырынтылары, боҙлауыҡ, урыны менән көрт булыуы көтөлә. Ел көньяҡ-көнсығыштан, көньяҡтан талғын, төндә көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә –6– 11, аяҙытҡанда 16 градусҡаса һалҡын, көндөҙ – 3-8 градус һалҡын.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: