Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
10 Февраль 2022, 15:14

Ишембай дауаханаһынан тағы өс кеше эштән киткән

Аҡ халатлылар был юлы үҙҙәре үк эштән сығарыуҙы талап иткән.

Ишембай дауаханаһынан тағы өс кеше эштән киткән
Ишембай дауаханаһынан тағы өс кеше эштән киткән

Был хаҡта хәбәр иткәйнек инде, (ye102.ru) Ишембай үҙәк район дауаханаһында ығы-зығы тынмай. Бөгөн БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан ашығыс ярҙам хеҙмәте фельдшерҙарының эштән китеүе хаҡында хәбәр иттеләр. 

– Улар үҙ теләге буйынса эштән киткән. Табиптар тарафынан бер ниндәй ҙә талап ҡуйылмаған, барыһын да ирекле рәүештә хәл иткәндәр. Был әлеге «ихтилал»ға туранан-тура ҡағыла, – тип белдерә министрлыҡтың матбуғат хеҙмәте етәксеһе Софья Алешина.

«Действие» табиптар профсоюзы етәксеһе Антон Орлов әйтеүенсә, 8 февралдә ике фельдшер, 9 февралдә бер табип эштән киткән.

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: