Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
10 Февраль 2022, 21:21

Их, шәп уйнай ҙа бит...

Сибай ҡалаһы полицияһына 66 йәшлек ир килеп, баян һатҡанда аферисҡа юлығыуын әйткән: һатып алыусы биргән ике 5 меңлек купюраның береһе "приколдар банкы" ҡағыҙы булып сыҡҡан.

Их, шәп уйнай ҙа бит...
Их, шәп уйнай ҙа бит...

Оператив-эҙләү саралары барышында гармунсы аферисты эҙләп тапҡандар. Баймаҡ районынан 56 йәшлек ир үҙенең ғәйебен танған.

БР буйынса ЭЭМ матбуғат хеҙмәтенән Элиза Мәүлиева хәбәр итеүенсә, был ваҡиға былтыр көҙ башланған: 66 йәшлек ир урындағы гәзиткә гармун менән баян һатыу тураһында иғлан биргән. Иғлан сығыу менән гармунды һатып алырға 56 йәшлек музыкант килә. Гармунды алғас, баян менән дә ҡыҙыҡһына. Һатыусы баян өсөн 10 мең һум һорай, ләкин һатып алыусының ундай аҡсаһы булмай. Ул хаҡты 8 меңгә тиклем төшөртөп, баянды башҡаларға һатмауын үтенә, аҡса тапҡас та, үҙем килеп һатып алам, ти.  

Баянды һатып алырға хыялланған музыкант һатыусыға даими шылтыратып, аҡса туплау менән килеп алам, һатмағыҙ инде, тип өгөтләй. Ләкин үҙе бер ҙә аҡса еткерә алмай. Ә бер көндө магазинда "приколдар банкы" купюраларын күреп, шуларҙың береһен һатып ала ла, баян артынан килә.

Баян хужаһы был мәлдә Магнитогорск ҡалаһында ҡунаҡта була, һатып алыусы, килдем, тигәс, өйөнә ҡайта һала. 56 йәшлек иргә 10 мең һумдан ике мең һум ҡайтарым биреп, баянды тоттора. Музыкант ҡыуанысынан шунда уҡ уйнап ебәрә, быны йорт хужаһы видеоға төшөрә. Икенсе көндө генә ул купюраларҙың береһе ялған икәнен күрә.

Хәҙер 56 йәшлек музыкантҡа ҡарата енәйәт эше асылған.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: