Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
10 Февраль 2022, 09:01

Өфө юлдары яңыра

Быйыл баш ҡалала юл төҙөү һәм реконструкциялауға 7,2 миллиард һум аҡса йүнәлтеү ҡаралған. Иң мөһим эштәрҙең береһе - Ағиҙел аша "дуғалы" күперҙе капиталь ремонтлауға тотоноу.

Өфө юлдары яңыра
Өфө юлдары яңыра

Өфө ҡалаһы хакимиәтендәге сираттағы кәңәшмәлә юл төҙөү мәсьәләләре ҡаралды. 

Алда торған тағы бер мөһим объект - Салауат Юлаев проспекты менән Зәки Вәлиди урамын киҫелешендәге юл эштәрен тамамлау.

"Хәүефһеҙ сифатлы юлдар" милли проекты буйынса Зинин һәм Нуғай ауылдары юлы, шул иҫәптән тимер юл аша, төҙөлә. Эштәр 2023 йылдың июленә бөтөргә тейеш.

Кузнецов Затоны, Дим, Глумилино биҫтәләрендә лә юл һалыу дауам итә. Яңы транспорт коридоры булдырыу буйынса эштәр бара. Былтыр Эшсе хәбәрселәр урамын реконструкциялауға тотондолар. Быйыл Высотная урамында 706 м оҙонлоҡта юл һалыу күҙаллана. Барыһы ла милли проект буйынса. Башҡа проекттар ҙа тикшерелә.

Фото: Өфө хакимиәте сайты.

Өфө юлдары яңыра
Өфө юлдары яңыра
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: