БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Аграр мәсьәләләр, экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу буйынса комитеты депутаттары Ит етештереүселәр һәм эшкәртеүселәр берлегенең шәхси хужалыҡтарҙа сусҡа аҫрауҙы тыйыу тураһындағы закон ҡабул итеүгә бәйле тәҡдимен өйрәнде. Берлек юҡҡа ғына саң ҡаҡмай – Африка тағуны тарала.
– Беҙ мәсьәләне ентекле өйрәндек тә, шул фекергә килдек: сусҡа аҫрауҙы бөтөнләйгә тыйыу тураһында һүҙ ҙә булыуы мөмкин түгел, – ти парламент спикеры Константин Толкачев. – Беҙҙең республика халҡының 40 проценты самаһы ауылда йәшәй, ә сусҡасылыҡ күптәр өсөн уңышлы кәсеп. Аҫрауҙы тыйыу – ҡаты сара. Әлбиттә, тағундан башҡа ла йоғошло сирҙәр етерлек. Әммә шәхси хужалыҡтарҙа тыйыуҙың эҙемтәһе ҙур булыуы ихтимал.
Өҫтәүенә, был ауыл хужалығы тураһында ҡануниәткә лә тап килмәй.
Мал башы иҫәбен кәметкәндә, хәүеф тә әҙәйер ине, тигән фекерҙә депутаттар. Константин Толкачев белдереүенсә, бәлки, малсылыҡтың башҡа төрҙәренә күсеүҙе һайлаған хужаларға дәүләт ярҙамын ҡарарға кәрәктер. Ундай алымдарҙы илдең бер нисә төбәге ҡуллана.