Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
10 Февраль 2022, 18:28

Бүләккә тонометр

Бүздәк район дауаханаһына йәш эшҡыуарҙар 30 яңы тонометр бүләк итте.

Бүләккә тонометр
Бүләккә тонометр

Рәлиф менән Рәнис Сәйфетдиновтар, шулай уҡ Юлай Саптаровтар тәүге тапҡыр ғына изге эш ҡылмайҙар. Улар былтыр дауаханаға инвалид коляскаһын алып бирә. - Тонометрҙар - дауалау кабинетының бик мөһим инвентары, улар һәр медицина хеҙмәткәренә кәрәк, - тип билдәләй Үҙәк район дауаханаһының баш табибы Айрат Хәзиев. Дауахана эшҡыуарҙарға рәхмәт белдерҙе һәм беҙ ҙә ҡушылабыҙ!

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: