Кеше һәр саҡ үҙенә яңы мөмкинлектәр эҙләй. Үтек тә кәрәккән бит бер саҡ. Бөхтә йөрөгөләре килгәндер. Уҡлау һымаҡ нәмәгә урап та үтекләгәндәр.
Үтек тураһында тәүге документ 1636 йылдың 10 февраленә тура килә. Батшаның сығымдар китабында табылған ул яҙма. Һүҙ 10 килограмлыҡ үтек тураһында бара.
XVIII быуатта күмер үтеге ҡулланылған. Уның ғүмере оҙон булған икән – беҙҙең өлкән быуын күргән бындай үтектәрҙе. XIX быуатта бер аҙ газ үтеген эшләткәндәр. Ул махсус металл торба менән газ баллонына тоташтырылған. Тик бынан янғындар күбәйгәс, тыйғандар. Спиртлы үтек тә булған. Уныһы ҡыйбатҡа төшкәнлектән ябай кешеләр ҡуллана алмаған.
Тәүге электр үтегенә 1882 йылда американлы Генри Сили патент алған.
Хәҙерге үтектәр бик күп төрлө. Уңайлы үҙҙәре. Ҡайһыһылыр бер ыңғай һыу ҙа һиптерә, ҡайһыһы пар ғына бөркә. Туҡыма төрөнә ҡарап борғослайһың да, әйҙә, алға!
Фото: Т.Аманов.