Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
10 Февраль 2022, 12:45

Бөгөн Дипломатик хеҙмәткәрҙәр көнө

Бөгөн Дипломатик хеҙмәткәрҙәр көнө билдәләнә. Был дипломат һөнәрен юғары йәмәғәтселектә таныу, ватан дипломатик хеҙмәтенең мөһим роле тураһында һөйләй.   

Бөгөн Дипломатик хеҙмәткәрҙәр көнө
Бөгөн Дипломатик хеҙмәткәрҙәр көнө

 «Рәсәй дипломатияһы тарихында әһәмиәтле эҙ ҡалдырған һәм илебеҙҙең сит илдәрҙәге илселектәрендә һәм консуллыҡтарында хеҙмәт иткән күренекле яҡташтарыбыҙ күп. Башҡортостанда тыуып үҫкән Кәрим Әбдрәүеф улы Хәкимов та дипломат һөнәренә, ҡәләм һәм һүҙ көсөнә, ватансылыҡҡа һәм үҙеңде ҡорбан итеүгә тоғролоҡтоң сағыу миҫалы булып тора. Фарсы ҡултығы илдәре араһында тыныслыҡ һәм аңлау тыуҙырған кешенең ҡаҙаныштарын һанап бөткөһөҙ.

Легендар полководец генерал-майор Миңлеғәле Минһаж улы Шайморатов үҙенең карьераһы башланған мәлендә Икенсе Донъя һуғышы башланырға торғанда совет дипломатияһының ҡатмарлы һәм яуаплы йүнәлештәрендә - Төркиәләге һәм Халыҡ Республикаһындағы илселектәр ҡарамағында хәрби атташе булып хеҙмәт иткән.

Рәсәй Федерацияһының Малайзиялағы Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы илсеһе Наил Мәҙғүт улы Латипов, Николай Ришатович Кудашев - Рәсәй Федерацияһының Сингапур Республикаһындағы Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы илсеһе, Азамат Рәхмәт улы Ҡоллмөхәмәтов - Сирияла, Мысырҙа, Иорданияла илселектә эшләгән Батырлыҡ ордены кавалеры, хәҙер - Украинала хәлде көйләү буйынса контакт төркөмөндәге Рәсәй Федерацияһының махсус вәкиле, Илдус Ғөбәйҙулла улы Илешев - Сәғүд Ғәрәбстаны Короллегендәге Джидда ҡалаһында Ислам хеҙмәттәшлеге ойошмаһы ҡарамағындағы Рәсәй Федерацияһының даими вәкиле урынбаҫары, Рәсәйҙең ошо илдәге Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы илсеһе вазифаһында Рәсәй Федерацияһы менән Болгария Республикаһы араһында дуҫтарса мөнәсәбәттәрҙе үҫтереүгә өлөш индергән Юрий Николаевич Исаков, Ришат Нурмахман улы Халиҡов - Башҡортостан Республикаһының Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле советнигы һәм бер үк ваҡытта Рәсәй Сауҙа-сәнәғәт палатаһы ҡарамағындағы Рәсәй-Пакистан Эшлекле советы рәйесе урынбаҫары, Рәсәй Сит ил эштәре министрлығы ҡарамағындағы Рәсәй дипломаттары ассоциацияһы советы ағзаһы. Хәҙерге ваҡытта ябай булмаған шарттарҙа һеҙ тыныслыҡты нығытыу, Рәсәй Федерацияһы һәм сит илдәр араһында хеҙмәттәшлекте конструктив үҫтереү буйынса ҡатмарлы бурыстар үтәйһегеҙ. Башҡортостан Республикаһы үҙенең улдары менән хаҡлы рәүештә ғорурлана.

Хөрмәтле коллегалар, Рәсәй Федерацияһы мәнфәғәттәрендәге хеҙмәтегеҙҙә ныҡлы һаулыҡ, именлек, уңыштар теләйбеҙ», – тиелә БР Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министрлығы ҡотлауында.

Фото: ciarf.ru

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас: