БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, тәүлек эсендә 2587 кешелә COVID-19 диагнозы раҫланған. Был кисәгегә ҡарағанда 200-гә тиерлек күберәк. Пандемия башланғандан алып республикала был сир менән ауырыусылар һаны 148360 кешегә етте.
Әлеге ваҡытта 301 кеше дауаханала медицина ярҙамы ала. Шуларҙың 34-е – ауыр хәлдә, икәүһе үпкәне яһалма тын алдырыу аппаратына тоташтырылған. Уҙған тәүлектә 1560 кешенең һауығыуы теркәлгән.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, вирус тағы 17 кешенең вафатына сәбәпсе булған. Бөтәһе вирус ҡорбандары һаны 4 865 кешегә етте. Тәүлек эсендә дауахананан тыш пневмония менән 71 кеше ауырыған, 201 кеше был сирҙән имен-һау ҡотолған.
Тәүлек эсендә 11 726 кеше вакцина эшләткән. 12 йәштән 17 йәшкә тиклемге үҫмерҙәр араһында 2554- бала вакциналанған.
Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан.