Яңылыҡтар таҫмаһы
9 Февраля 2022, 17:01

Ҡырмыҫҡалы районында 68 йәшлек ирҙе күршеһе үлтергән

68 йәшлек ирҙең яңыраҡ улы вафат булған. 3 февралдә ул мәрхүм улын иҫкә алыр өсөн күршеһенә инә. Бергә араҡы эскәндән һуң ирҙәр һүҙгә килешеп, йорт хужаһы ҡунағының күкрәгенә бысаҡ менән сәнсә лә, йоҡларға ята.

Добавить в предпочтительные источники Google
Ҡырмыҫҡалы районында 68 йәшлек ирҙе күршеһе үлтергәнҠырмыҫҡалы районында 68 йәшлек ирҙе күршеһе үлтергән
Ҡырмыҫҡалы районында 68 йәшлек ирҙе күршеһе үлтергән

Иртән күршеһенең үлгәнен аңлап, полиция саҡырта. Енәйәт эҙен юйырға маташып, бысаҡты йыуып йәшерә, полиция хеҙмәткәрҙәренә, төнө буйы йоҡланым, бер ни ҙә белмәйем, тип аҡлана. 

Ләкин тәфтишселәр менән криминалистарҙы алдай алмай. Йыйылған дәлилдәр уның ғәйепле икәнен раҫлағас, ул үҙенең ғәйебен таныған. 

Фото: Тәфтиш комитетынан.

 

Автор:Баныу Ҡаһарманова