-12 °С
Болотло
Бөгөн иртән Өфө районының Чесноковка ауылындағы Нагорная урамында 34 йәшлек ирҙең кәүҙәһе табылған, тип хәбәр итә РФ Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостандағы идаралығы.
Янғын тураһында хәбәр сәғәт 7 тула 24 минутта килгән. Ваҡиға урынына ашығыс хеҙмәттәр ебәрелгән. Унда белгестәр «Лада Приора» автомобиленең янып китеүен күргән. Утты һүндергән саҡта ирҙең кәүҙәһе табылған.
Ваҡиға урынында тәфтиш-оператив төркөм эшләй.
Фото: Т. Аманов