Бәйгенең төп маҡсаты — башҡорт мәҙәниәтен, телен, йолаларын үҫтереүгә һәм һаҡлауға булышлыҡ иткән өлгөлө ғаиләләрҙе асыҡлау. Унда Туймазы, Бәләбәй, Октябрьский ҡалаларынан, Шаран, Баҡалы, Әлшәй, Туймазы, Бүздәк, Благовар һәм Йәрмәкәй райондарынан 11 ғаилә ҡатнашты. Конкурстың ҡатнашыусылары үҙенең һәләттәрен генә күрһәтеп ҡалманы, ошо ерҙә йәшәгән аҫаба халыҡтың вәкиле итеп таныштырҙы, үҙ милләтен данланы.
Конкурс һөҙөмтәләре буйынса «Ғаилә ижады», «Ғаилә ҡиммәттәре» һәм «Ғаилә кәсебе» номинацияларында еңеүселәр билдәләнде.
Шулай итеп, «Ғаилә ижады» номинацияһында Туймазы ҡалаһынан Әлфиә һәм Дамир Ибраһимовтар еңеүсе тип табылды. Ирле-ҡатынлы икеһе лә «Ватан» мәҙәниәт йортонда эшләй, «Сәфәр» өлгөлө ансамбле ансамбле етәкселәре. Ике бала тәрбиәләйҙәр.
«Ғаилә кәсебе» номинацияһында Бәләбәй ҡалаһынан Эльмира һәм Радик Маликовтарға етеүсе булманы. Эльмира Маликова «Урал батыр» милли-мәҙәни үҙәгендә фольклор ансамбленең етәксеһе булып эшләй, ире Радик менән өс ул тәрбиәләйҙәр.
«Ғаилә ҡиммәттәре» номинацияһында Вәлитовтар ғаиләһе еңеүгә лайыҡ булды. Ғаилә башлығы Әлфир Себерҙә эшләй, Сулпан балалар баҡсаһында тәрбиәсе. Ғаиләлә дүрт бала тәрбиәләнә.