Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
9 Февраль 2022, 12:04

Саңғы ярышына сығайыҡ

12 февралдә илебеҙҙә 40-сы тапҡыр «Лыжня России» Бөтә Рәсәй саңғы ярышы уҙасаҡ. Был сараға Башҡортостан халҡы, әлбиттә, ҡушыласаҡ.

Саңғы ярышына сығайыҡ
Саңғы ярышына сығайыҡ

Иң мөһим талап: ярышта ҡатнашыу рөхсәте булған медицина белешмәһе.

Өфөлә ете старт майҙаны эшләйәсәк – һәр районда берәр, тип хәбәр итәләр мэриянан.

Орджоникидзе районы, «Биатлон», Комаров урамы, 1

Ҡатнашыусыларҙы теркәү иртәнге 11 сәғәттән, старт – 12.15-тә.

Дистанция – 1100 метр.

Октябрь районы, М. Ғафури паркы. 12.10 – уҡыусылар, артабан башҡалар.

Ярыштан һуң, юлға ГТО билдәһе алырға теләүселәр сыға.

[email protected] электрон почтаһына ғариза ебәрергә кәрәк.

Башҡа майҙандар һәм старт ваҡыты тураһында тиҙҙән хәбәр итәсәктәр.

Сара "Демография" милли проектының "Спорт - йәшәү нормаһы" йүнәлеше буйынса ойошторола.

Фото: vk.com (Город Уфа төркөмө)

Саңғы ярышына сығайыҡ
Саңғы ярышына сығайыҡ
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: