Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
9 Февраль 2022, 20:18

Әсә түгел, ҡырағай йәнлек шәфҡәтлерәк булып сыҡҡан...

Ташкент зоопаркында йәш ҡатын өс йәшлек ҡыҙын айыуға ташлаған. Биш метрлыҡ бейеклектән вольерға килеп төшкән баланы Зузу ҡушаматлы айыу еҫкәгән дә, китеп барған.  

Әсә түгел, ҡырағай йәнлек шәфҡәтлерәк булып сыҡҡан...
Әсә түгел, ҡырағай йәнлек шәфҡәтлерәк булып сыҡҡан...

Зоопарктың хеҙмәткәрҙәре шунда уҡ ҡыҙға ярҙамға ташланған: айыуҙы бикләп, ҡыҙҙы вольерҙан алып сыҡҡандар.

Үзбәкстандың прокуратураһы үҙ балаһын айыуға ташлаған ҡатынға ҡарата енәйәт эшен асҡан. Уға иң кәмендә 15 йыл төрмә янай.   

Асыҡланыуынса, З. Т. ике балаһы менән атаһының фатирында (Ташкент ҡалаһы, Сергелий районы "Кумарик" мәхәлләһендә) йәшәй. Иренең Рәсәйгә китеүе, бергә йәшәмәүе арҡаһында тәрән депрессияла булған эшһеҙ ҡатынға һәм балаларына ошоға тиклем бер нисә тапҡыр социаль һәм юридик ярҙам күрһәтелгән.

Был инцидент буйынса тикшереү эше дауам итә. Ҡыҙыҡай әлеге мәлдә дауаханала. Уның башы ярылып, мейеһе һелкенгән.
 
Зоопарк хеҙмәткәрҙәре айыуҙы, тыныс, аҡыллы, тип маҡтай. Шәфҡәтле лә икән ул... 
 
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: