Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
9 Февраль 2022, 14:44

Ленинград өлкәһендәге мәкелә батып үлеү фажиғәһе Украинала ҡабатланды

Керәшен байрамында 40 йәшлек ҡатындың балалары алдында мәкегә һикереп батыуы бар Рәсәйҙе тетрәндергәйне. Ошо көндәрҙә тап шундай фажиғә Украинала ла ҡабатланды.

Ленинград өлкәһендәге мәкелә батып үлеү фажиғәһе Украинала ҡабатланы
Ленинград өлкәһендәге мәкелә батып үлеү фажиғәһе Украинала ҡабатланы

Видеояҙмала күренеүенсә, тәүҙә Чертомлык йылғаһында ике дуҫ мәке уя. Аҙаҡ бер ир суҡына һәм һыуға һикереп ғәйеп була. Ҡатыны һәм дуҫы боҙҙо бысып, уны ҡотҡарырға маташа, тик бер ни ҙә эшләй алмайҙар. Һыуға батыусының кәүҙәһен тик иртәгеһенә генә табалар.  

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас: