Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
9 Февраль 2022, 10:10

Көн торошо

Башгидрометүҙәк 9 һәм 10 февралгә һауа торошон хәбәр итте. Метеорологтар төбәктә һауа торошоноң боҙолоуын вәғәҙәләне. Синоптиктар мәғлүмәте буйынса, республикала юлдарҙа ҡар һырынтылары, боҙлауыҡ булыуы, төндә һәм иртәнсәк томан төшөүе көтөлә.

Көн торошо
Көн торошо

Бөгөн урыны менән бер аҙ ҡар яуа. Юлдарҙа ҡар һырынтылары һәм боҙлауыҡ. Ел көньяҡ-көнсығыштан, көньяҡтан, талғын. Һауа температураһы көндөҙ – 5-10 градус һалҡын.

10 февралдә лә бер аҙ ҡар яуыуы көтөлә. Айырым райондарҙа буран, юлдарҙа ҡар һырынтылары, урыны менән көрт. Ел көньяҡ-көнсығыштан талғын, көндөҙ урыны менән көсәйеүсән. Термометр бағанаһы төндә – 8–13, аяҙытҡанда 16– 21, көндөҙ – 4–9 градус һалҡын күрһәтә.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: