Хәйбулла районында мировой судья Орскиҙа йәшәгән кешегә хөкөм ҡарары сығарҙы. Ул тыйылған ҡорал менән законһыҙ балыҡ тотоуҙа ғәйепле ,тип танылды.
Судта асыҡлауҙарынса, 2021 йылдың ноябрендә ир Аҡъяр һыуһаҡлағысында балыҡ тоторға булған. Һыу ятҡылығында ул кәмә ярҙамында 650 метр оҙонлоҡтағы 8 йәтмә ҡуйып шул рәүешле 542 балыҡ тотҡан. Улар араһында тоторға тыйылғандары ла була. Енәйәтсене ҡулға алына. Килтерелгән зыян күләме 180 мең һумдан ашыу тәшкил иткән. Ир уларҙы үҙ ирке менән кире ҡайтарған. Суд уға 150 сәғәткә мәжбүри эшкә йәлеп итеү тураһында хөкөм ҡарары сығара. Кәмә һәм йәтмә тартып алына. Хөкөм ҡарары әлегә законлы көсөнә инмәгән.
Фото: Т. Аманов