Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
9 Февраль 2022, 09:04

Дөрөҫ ял – файҙалы ял

"Мәғариф" милли проектының төп идеяларының береһен ғәмәлгә ашырыу маҡсатында Межгорье ҡалаһындағы Мәктәптән тыш эш үҙәгендә "этник шәмбе" уҙҙы.

Дөрөҫ ял – файҙалы ял
Дөрөҫ ял – файҙалы ял
Төрлө түңәрәктәргә йөрөгән балаларға геральдика тураһында һөйләнеләр. Бынан тыш, республика флагының төҫтәре нимә аңлатыуын да иҫкә төшөрҙөләр. Аквагрим майҙансығы ла эшләне. Балалар оҫталыҡ дәресендә бетеү яһау серҙәренә төшөндө, милли кейемдәрҙәге үҙенсәлектәр тураһында белде, тамбур сигеүе менән танышты. 
Этник шәмбелә милли уйындар ҙа ойошторолдо. Һуңынан педагогтар уҡыусыларҙы тәмле сәйгә саҡырҙы. Өҫтәлдә милли ҡамыр аштары һәм ҡорот та бар ине. Балаларға, әлбиттә, улар тураһында ла һөйләнеләр.
Бындай шәмбеләр Межгорьеның Мәктәптән тыш эш үҙәгендә даими үтәсәк. Күҙалланыуынса, һәр өсөнсө шәмбелә тематик сара буласаҡ.
 
Фото: Межгорье ҡалаһы хакимиәтенән.
Дөрөҫ ял – файҙалы ял
Дөрөҫ ял – файҙалы ял
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: