Был проектҡа 15 муниципалитеттан 190 белем биреү ойошмаһы ҡушылған. Барлыҡ фильмдар ҙа иҫке ҡағыҙ йыйған аҡсаға төшөрөлгән. 2019 йылда республикабыҙҙа – ҡыҫҡа метражлы «Ел йыры», ә 2021 йылда башҡорт эпосына нигеҙләнгән тулы метражлы «Батыр» нәфис фильмы сығарылған.
Проектҡа ярашлы булдырылған уҡыусыларға рухи-әхлаҡи тәрбиә биреү инновацион системаһы дөйөм белем биреү ойошмаларында тәрбиә эшен ҡыҙыҡлы интерактив формала ойошторорға мөмкинлек бирә.
Проекттың маҡсаты – 2030-2040 йылдарҙа мәктәпте тамамлаусыларҙа яҡшы этик сифаттар, кино сәнғәте саралары буйынса социаль һәм интеллектуаль компетентлыҡ кимәле юғары булған быуын тәрбиәләү. Проект Рәсәй Федерацияһының стратегик һәм норматив документтарында билдәләнгән маҡсаттарға ярашлы тормошҡа ашырыла, «Мәҙәниәт» һәм «Мәғариф» милли проекттары мәсьәләләрен хәл итеүгә йүнәлтелгән.