Порталда вакансиялар һәм резюмелар һайлап алыу буйынса уңайлы механизм ҡаралған. Ресурс яуап ҡайтарыуҙарҙы ҡарарға, әңгәмәләшеүгә саҡырырға һәм тест заданиеларын урынлаштырырға мөмкинлек бирә.
Әлеге Берҙәм һанлы платформа сифатлы кимәлдә дәүләт хеҙмәттәре күрһәтеүҙе тәьмин итергә мөмкинлек бирәсәк, шулай уҡ эш йәки хеҙмәткәрҙәр эҙләү ваҡытын кәметәсәк.
Көн һайын платформала бөтә Рәсәй буйынса 30 000 самаһы яңы вакансия урынлаштырыла. Вакансияларҙы мәшғүллек үҙәге лә, эш биреүселәр үҙҙәре лә йәки кадрҙар агентлыҡтары ла урынлаштыра.
Фото: Новости сегодня: самые свежие и последние новости от Стерлеград.ру (sterlegrad.ru).