- 5 февралдә биш йәшлек ҡыҙым Залина һәм алты айлыҡ улым Надир менән ярымфабрикаттар алыу өсөн Октябрь проспектындағы Көйәҙе ит комбинатының магазинына инергә теләнем. Ләкин бәләкәй бала коляскала ятҡас( ә бинаға коляска менән инеүгә исем өсөн генә пандус ҡуйылған – уныһы ла кәртәләнгән), ҡыҙым менән коляскалағы сабыйҙы ҡалдырып, яңғыҙым ғына индем. Кире сығыуыма ике ҡатындың колясканы һәм ҡыҙымды юлдың икенсе яғына сығарыуҙарын күрҙем. Баҡтиһәң, мин юҡ саҡта (магазинда күп тигәндә 7–10 минут тирәһе булдым) ҡыҙыма һәм коляскалағы сабыйыма ҡыйыҡтан ҡар ишелеп төшкән. Аллаға шөкөр, йәрәхәттәр юҡ, – тип уртаҡлашты зыян күргән балаларҙың әсәһе.
Мэрия был хәлгә аңлатма бирмәне. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, бынан алда ҡала чиновниктары Өфөлә йорттарҙың ҡыйыҡтарын һәм подъезд ҡыйыҡтарын ҡарҙан таҙартыуҙа көн һайын 100 хеҙмәткәр сығыуы тураһында хәбәр иткәйне.
Фото: Т. Аманов