Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
9 Февраль 2022, 11:32

Бөгөн – Рәсәйҙә спорттың ҡышҡы төрҙәре көнө

Был көндөң символик мәғәнәһе бар.

Бөгөн – Рәсәйҙә спорттың ҡышҡы төрҙәре көнө
Бөгөн – Рәсәйҙә спорттың ҡышҡы төрҙәре көнө

2014 йылда Сочиҙа XXII ҡышҡы Олимпия уйындары үтте. Әлеге дата тап шул ҙур сараның асылыуына ҡарата булдырылған. Идея авторы – Рәсәйҙең Олимпия комитеты президенты Александр Жуков.

Беҙ спортты яратабыҙ. Айырыуса ҡышҡы төрҙәрен. Саңғыла уҙышыу, хоккей уйнау – беҙҙең өсөн мөһим ярыштар. Ярыш ҡына түгел, ә ял өсөн дә улар. Биатлон булһа, шуны иҫебеҙ китеп ҡарайбыҙ.

Баҡһаң, беҙҙең илдә ҡышҡы спорт төрҙәре буйынса белгестәр әҙерләүсе юғары уҡыу йорттары бар икән.

Ҡышҡыһын балыҡ тотоу буйынса ярыштар ҙа үткәрәбеҙ. Нимәһе ҡыуаныслы: хәҙер бәләкәй ауылдарҙа ла хоккей майҙандары бар.

Ҡыҫҡаһы, байрам менән!

Бөгөн – Рәсәйҙә спорттың ҡышҡы төрҙәре көнө
Бөгөн – Рәсәйҙә спорттың ҡышҡы төрҙәре көнө
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: