Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
8 Февраль 2022, 21:11

БР Хөкүмәте Премьер-министры — Туймазыла

 Бөгөн БР Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров эш сәфәре менән Туймазы ҡалаһында булды һәм  ҡалала инфекция госпитале төҙөлөшө  барышы менән танышты.

БР Хөкүмәте Премьер-министры —  Туймазыла
БР Хөкүмәте Премьер-министры — Туймазыла

 

Андрей Назаров, бындай ике объектты төҙөү тәжрибәһен иҫәпкә алып,  сифаты һәм ваҡытына өлгөртөү мәсьәләһе йәһәтенән хәүефләнергә урын юҡ, тип билдәләне.

  — Мы придерживаемся того графика, который для себя запланировали. Задача перед генеральным подрядчиком и смежными организациями поставлена – все сделать качественно и вовремя. Планируется, что в конце февраля работы будут завершены и данное медицинское учреждение сможет принять пациентов. Это очень важно, потому что сегодня мы видим, что ковид продолжается, люди наши продолжают болеть и многие оказываются в медицинских учреждениях, – тине Премьер-министр.

Андрей Назаров әйтеүенсә, инфекция госпиталдәре төҙөлгән проект Башҡортостанда ғына түгел, башҡа төбәктәрҙә лә талап ителә. Туймазы менән Сибай ҡалаһындағы инфекция үҙәктәре төҙөлөшө менән бер рәттән, Белгород өлкәһендә лә ике госпиталь төҙөлә. Унда ла эштәр февраль – март айҙарында тамамланырға тейеш. Ғөмүмән, Рәсәйҙең 20 төбәгендә  беҙҙең проектты төп нигеҙ итеп алғандар.

БР һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин әйтеүенсә, госпиталдә тиҙ арала медицина учреждениелары урынлаштырыласаҡ.

Фото:БР Хөкүмәте сайтынан.

 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас: