Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
8 Февраль 2022, 11:55

Сәйер хәл

Бер ир сит кешенең фатирында үле килеш табылған

Сәйер хәл
Сәйер хәл

РФ Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостандағы идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, 7 февралдә кискеһен Күмертауҙың Окружной урамындағы күп ҡатлы йорттарҙың береһендә ир кешенең кәүҙәһен тапҡандар. Шулай уҡ йорт эсендә янғын билдәләре булған.

60 йәшлек һәләк булыусының кәүҙәһенә торлаҡ хужаһы юлыҡҡан. Асыҡланыуынса, ул унда бер нисә тәүлек ятҡан, сөнки фатирға кәм тигәндә өс көн буйы бер кем дә инмәгән.

Әлегә был хәлдең сәбәптәре билдәһеҙ. Яҡынса фараздарға ҡарағанда, тәмәкене һаҡһыҙ ҡулланыу арҡаһында ут сыҡҡан. Ул үҙенән-үҙе һүнгән.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: