Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
8 Февраль 2022, 22:32

Роза Аҡкучукованың вафатына бер йыл

Танылған йырсының иҫтәлегенә китап әҙерләнә.

Роза Аҡкучкованың вафатына бер йыл
Роза Аҡкучкованың вафатына бер йыл

Бөгөн Башҡортостан халҡы танылған йырсы Роза Сабирйән ҡыҙы Аҡкучукованы иҫкә ала. Ул бер йыл элек 8 февралдә вафат булды. Республикала ижадсыға бағышланған китап әҙерләнә, шулай уҡ йыр конкурсы уҙғарыу ҡарала.

«Ул ябай, туған йәнле ине. Ейәндәре менән типә-тиң, ысын дуҫтарса аралашты. Роза Сабирйән ҡыҙы «Һин ултыртҡан муйыл» йыры менән халыҡ күңелендә мәңгелеккә уйылып ҡалды. Ә беҙҙең хәтеребеҙҙә хөрмәтле әсәй, өләсәй, ҡәйнә булып ҡаласаҡ. Әлеге көндә ҡәҙерлебеҙ хаҡында китап туплана, «Шоңҡар» журналында мәҡәлә донъя күрәсәк. Шулай уҡ уның тыуған төйәге, Белорет районының Абҙаҡ ауылында йыр конкурсы уҙасаҡ», - тип белдерә йырсының килене, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре Рәзилә Салауатова. 

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: