Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
8 Февраль 2022, 15:09

Республикала эшһеҙлек кимәле тарихи минимумғаса кәмегән

Бындай күренеш 30 йылға тәүгә күҙәтелә.

Республикала эшһеҙлек кимәле тарихи минимумғаса кәмегән
Республикала эшһеҙлек кимәле тарихи минимумғаса кәмегән

Хөкүмәт ултырышында эшһеҙлек мәсьәләһе лә күтәрелде. 

– 2020-2021 йылда коронавирус инфекцияһы иҡтисадты һиҙелерлек ҡаҡшатты. Халыҡты эш менән тәьмин итеү кимәле лә кәмене. Халыҡ-ара хеҙмәт ойошмаһы тикшереүе буйынса, эшһеҙлек кимәле 6,6 процентҡа ҡәҙәр төштө. 2019 йылда был күрһәткес 4,4 процент ине. Бөгөн иһә хәл-торош яҡшыра, күрһәткестәр күтәрелә, әммә тотороҡлоҡ юҡ. Шул уҡ ваҡытта Рәсәй Президенты Владимир Путин 2021 йыл аҙағына пандемия тиклемге күрһәткестәргә ҡайтырға ҡушҡайны, - тине Андрей Назаров.

2021 йылдың һөҙөмтәләрен ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡ социаль яҡлау министры Ленара Иванова барланы. 

– Дөйөм көс менән, ысынлап та, күрһәткестәрҙе яҡшырттыҡ. 93,6 меңдән ашыу кеше эшкә урынлаштырылды. Был һан планлы күрһәткестән 1,6 тапҡырға күберәк. Бөгөн дөйөм эшһеҙҙәр һаны 71,9 меңде тәшкил итә, йәғни теркәлгән эшһеҙлек кимәле 4,8 тапҡырға кәмегән, - тине Ленара Иванова.

Ярҙам саралары халыҡты, башлыса йәштәрҙе, бәләкәй һәм урта бизнес субьекттары эшселәрен эш менән тәьмин итеүҙән ғибәрәт. Мәҫәлән, «Алға» махсус иҡтисади зонаһында тормошҡа ашырылған инвестиция проекттары ярҙамында Бәләбәй, Күмертау, Благовещен, Белорет, Нефтекама йәшәүселәргә меңләгән эш урыны булдырылған. Социаль йүнәлештә эшләгән коммерцияға ҡарамаған ойошмаларға дәүләт милкен файҙаланыуҙа, ҡуртымға алыуҙа, ауыл хужалығы техникаһын һәм ҡорамалдарын һатып алыуҙа ярҙам күрһәтелгән. Сараларҙы үткәреүгә федераль бюджеттан 800 миллион һумдан ашыу аҡса бүленгән.

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: