Акцияла бөтәһе республика буйынса 200-ҙән ашыу ирекмән ҡатнашты. Улар көнөнә 100 ҡайнар төшкө аш һәм 400 бушлай аҙыҡ-түлек тупланмаһы таратты.
Акция сиктәрендә шулай уҡ Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына, яңғыҙ ололарға һәм хәрәкәттәре сикләнгән граждандарға ярҙам итеү ҡаралған. Бөгөн Өфөнән күп балалы Куликовтар ғаиләһенә аҙыҡ-түлек тупланмаһы тапшырылды. Уларҙың ғаиләһендә ун бала тәрбиәләнә.
Автоирекмән Евгений Коровин акцияла икенсе тапҡыр ҡатнаша. Бөгөн ул Черниковка биҫтәһендә 10 адрес буйынса аҙыҡ-түек тупланмаһы таратты.
Киләһе “Десант ярҙамы” акцияһы 15 февралдә үткәрелә.
Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан.