Яңылыҡтар таҫмаһы
8 Февраль 2022, 13:31

Кеше урлауҙа ғәйепләнеүселәрҙе ҡулға алғандар

Кисә төндә 112 номеры буйынса Стәрлетамаҡ ҡалаһының ашығыс ярҙам хеҙмәтенә ир кеше шылтыратып, уны урлауҙары, билдәһеҙ ерҙә тотоуҙары тураһында хәбәр итә. Хеҙмәткәрҙәр шылтыратыуҙың Тимер юлы урамындағы гараж кооперативы биләмәһенән булыуын теркәп өлгөрә. Полиция хеҙмәткәрҙәре ирҙе гараждарҙың береһендә эҙләп табып ҡотҡара.

Добавить в предпочтительные источники Google
Кеше урлауҙа ғәйепләнеүселәрҙе ҡулға алғандарКеше урлауҙа ғәйепләнеүселәрҙе ҡулға алғандар
Кеше урлауҙа ғәйепләнеүселәрҙе ҡулға алғандар

Ҡотҡарылған иргә 41 йәш, ул Ғафури районының Красноусол ауылынан.

Уның һөйләүенсә, беренсе ҡаттағы фатирына төндә балкон ишеген емереп, бер нисә кеше килеп инә. Улар 50 мең һум бурысты талап итә. Аҡсам юҡ, тигәс, баҫҡынсылар уның маңлайын ҡайнар һыу менән бешереп, пистолет менән янап, кеҫә телефонын талап ала һәм машинаға ултыртып, Стәрлетамаҡтағы гаражға килтерәләр. Ирҙе бәйләгәс, бикләп ҡалдыралар. Улар киткәс, ир бауҙы ысҡындырып, автобокста зарядкаһы саҡ ҡына ҡалған кеҫә телефонын эҙләп таба ла, 112 номеры буйынса шылтырата. Полиция хеҙмәткәрҙәренә ул урлаған кешеләрҙең береһен таныуын әйтә: элек урлашҡаны һәм наркотиктарҙың законһыҙ әйләнеше өсөн хөкөм ителгән 36 йәшлек ир - Стәрлетамаҡтан. Бер нисә сәғәттән уны һәм уның әшнәләрен ҡулға алалар. 

Был енәйәт 41 йәшлек ирҙең 36 йәшлек иргә бурысын ҡайтармауы арҡаһында ҡылыныуы ихтимал.  

Фото: БР буйынса ЭЭМ матбуғат хеҙмәте.

 

Кеше урлауҙа ғәйепләнеүселәрҙе ҡулға алғандар
Кеше урлауҙа ғәйепләнеүселәрҙе ҡулға алғандар
Автор:Баныу Ҡаһарманова