Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
8 Февраль 2022, 10:10

Көн торошо

Башгидрометүҙәк 8 һәм 9 февралгә һауа торошон хәбәр итте. Метеорологтар төбәктә һауа торошоноң боҙолоуын вәғәҙәләне. Синоптиктар мәғлүмәте буйынса, республикала ҡар һырынтылары, боҙлауыҡ булыуы һәм 500-1000 метрҙан күреү мөмкинлеге кәмеүе көтөлә.

Көн торошо
Көн торошо

Бөгөн урыны менән бер аҙ ҡар яуа. Ел көньяҡ-көнсығыштан, талғын. Һауа температураһы көндөҙ – 7-12 градус һалҡын.

9 февралдә лә урыны менән бер аҙ ҡар яуыуы көтөлә. Ел көньяҡ-көнсығыштан, талғын. Һауа температураһы төндә  – 10-14, аяҙытҡанда  16–21, көндөҙ – 7–12 градус һалҡын.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: