Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
8 Февраль 2022, 14:45

Ирекле янғын һүндереү отрядтары көс һынашасаҡ

Ярыш янғын һүндереүселәрҙең оҫталығын арттырырға булышлыҡ итәсәк.

Ирекле янғын һүндереү отрядтары көс һынашасаҡ
Ирекле янғын һүндереү отрядтары көс һынашасаҡ

2022 йылда Башҡортостанда «Иң яҡшы ирекле янғын һүндереү командаһы» конкурсы үтәсәк. Был ҡарар кисә БР Премьер-министры Андрей Назаров етәкселегендә үткән Хөкүмәт ултырышында ҡабул ителде.

Андрей Назаров һүҙҙәренсә, төбәктә 607 ирекле янғын һүндереү командаһы, ике мең янғын һүндереүсе эшләй. Улар 550 мең кеше йәшәгән 2895 тораҡ пунктты хеҙмәтләндерә. 2021 йылда командалар 2689 янғынды һүндергән. Йәғни биләмәләге һәр дүртенсе янғынды. 

– Былтыр район башлыҡтары менән ирекле янғын һүндереү дружиналарына ярҙам саралары хаҡында һөйләшкәйнек. Был йәһәттән иң яҡшы команданы асыҡлау өсөн конкурс үткәрергә булдыҡ. Был ярыш иң яҡшыларҙы ғына асыҡлап ҡалмаясаҡ, ә янғын һүндереү эшен үҫтерергә, ҡотҡарыусыларҙың оҫталығын арттырырға ярҙам итәсәк, – ти Андрей Назаров.

РФ Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының БР буйынса Баш идаралығы начальнигы Марат Латипов конкурстың шарттарын аңлатты:

– Ярыш ике этапта үтәсәк. Иң тәүҙә 1 майҙан 1 июлгә тиклем муниципалитет кимәлендә ойошторола. Еңеүселәр 18 июлдән 1 сентябргә тиклем республика этабында көс һынашасаҡ. 

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: