Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
8 Февраль 2022, 18:01

Финанс грамоталыҡ буйынса Бөтә Рәсәй онлайн-зачетта Башҡортостан халҡы әүҙем ҡатнашҡан

Рәсәй Банкы мәғлүмәттәренән күренеүенсә, Бөтә Рәсәй онлайн-зачетта ҡатнашыусылар һаны буйынса Башҡортостан тәүге бишәү исемлегенә ингән: 23589 кеше үҙ белемен һынап, 14625 кеше (62%) зачетты уңышлы тапшырған һәм исемле сертификат алған.

Финанс грамоталыҡ буйынса Бөтә Рәсәй онлайн-зачетта Башҡортостан халҡы әүҙем ҡатнашҡан
Финанс грамоталыҡ буйынса Бөтә Рәсәй онлайн-зачетта Башҡортостан халҡы әүҙем ҡатнашҡан

Эшҡыуарҙарҙың Бөтә Рәсәй зачетында Башҡортостандан 156 кеше ҡатнашып, уларҙың яртыһынан күберәге зачетты уңышлы тапшырған (52%).

Команда зачетында 63 команда ҡатнашып, республикабыҙ тәүге унау исемлегенә ингән.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: